Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре алып барыла- пляждарға ҡом ташыла, биобәҙрәфтәр урынлаштырыла, усаҡ яғыу урындары әҙерләнә. “Асылыкүл” паркында Шармалма шарлауығының тирә-яғын төҙөкләндереү планлаштырыла. “Ҡандракүл”дә тиҫтәнән ашыу ҡотҡарыусы һәм кассир-контролер эшләйәсәк. Быйылдан һыу ятҡылыҡтары янына автомобилдәр менән инеү тыйыла. Бының өсөн 5 мең һум күләмендә штраф ҡаралған.