Өфөлә “Терра Башҡортостан” турнирын уҙғарыу өсөн 1миллиондан ашыу һум бүленә

Был хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Контрактта быйыл ат-спорт турнирының өс этабын ойоштороу һәм үткәреү буйынса хеҙмәттәрҙе түләү ҡаралған. Һәр этап 452 мең һумға баһаланған. “Терра Башҡортостан”  турнирының киләһе ярыштары  5 июндә уҙғарыла.