Мәсьәлә Радий Хәбиров етәкселегендә үткән «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде.
Атап әйткәндә, Дәүләкәндә үҙ таратыу үҙәге булған ит ярымфабрикаттарын етештереү буйынса ике завод төҙөү планлаштырыла. Инвестиция күләме 590 миллион һум самаһы.
Барлығы 330 кешене эш менән тәьмин итеү ҡарала. Мәләүез районында ла 60 кешегә эш урындары булдырыласаҡ. Төбәктә ҡоро һөт тауарҙары һәм балалар туҡланыуы өсөн компоненттар етештереү цехы төҙөлөр тип көтөлә. Шулай итеп, Башҡортостанда Рәсәйҙең тиңе булмаған производсто барлыҡҡа киләсәк.
Тармаҡтың тағы бер проекты - аҙыҡ-түлек тауарҙарын һаҡлау өсөн логистика үҙәге. Уны төҙөү өсөн «Өфө» аэропорты эргәһендәге майҙан һайланған. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тәҡдим ителгән инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.
Илдар Байбулатов