Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һәм партияларҙың төбәк бүлексәләре менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Күҙәтеүселәр һанын күбәйтеү сәйәси кампанияны ғәҙел үткәреү маҡсатында ойошторола. Улар өсөн махсус уҡыуҙар үткәрелә.
Әлегә семинарҙарҙа өс меңдән ашыу күҙәтеүсе ҡатнашҡан. Йәмәғәт палатаһынан 6856 кеше быйылғы һайлауҙа эшләү өсөн күҙәтеүселәр корпусына ингән.
Рәмилә Исмәғилева