Улар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуға иҫәпләнгән. Бөгөн шундай контейнер майҙансығы Сипайлово биҫтәһендә барлыҡҡа килде. Уны Ҡаланы йыйыштырусы махсус автохужалыҡ урынлаштырҙы.
Сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм артабан эшкәртеү көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Киләсәктә контейнерҙарҙы арттырыу ҡарала.
Рәмилә Исмәғилева