Бөгөн Рәсәйҙә сик буйы һаҡсылары көнө билдәләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Патриотик байрам уңайынан район-ҡалаларҙа тантаналы митингтар ойошторолдо. Ғәҙәттәгесә, пограничниктар һәм ветерандар йыйылып сик буйындағы һалдат тормошон иҫкә алды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Һалдат хеҙмәте тамамланыуға йылдар үтһә лә, сик буйы һаҡсыларының күңелендәге хәтирәләр онотолмай. Илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ хистәре менән хәрби хеҙмәт юлын үтеүселәр йылдағыса 28 майҙа йыйылып марш менән үтә. Рәсәй сик буйы ғәскәре ойошторолоуға 103 йыл тулыу уңайынан «Сахалиндан Брестҡа тиклем» тип аталған акцияла еңеү флагы Өфөгә еткерелде.

Дәүләт сиген һаҡлауҙан, хәрби маҡсаттарҙан тыш һалдаттар законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеүҙе һәм ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡларға булышлыҡ итә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған осорҙан алып Башҡортостандан 350 мең һалдан сик буйы һаҡсылары ғәскәрҙәренә алынған.

Рәсәй 18 ил менән сиктәш һәм дәүләт сигендә тороусыларҙан яуаплы хеҙмәт, хәрби дисциплина, иғтибарлыҡ һәм илһөйәрлек талап ителә. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр төрлө сифаттар буйынса һайлап алыу этабын үтә.

Флорида Ким