«Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары»

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сибайҙа «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары» китабының исем туйы үтте.

Унда Башҡортостанда тыуған йәки Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ынан саҡырылған яугирҙарҙың биографияһы тупланған. Китап - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең уртаҡ хеҙмәт емеше. Мәғлүмәттәрҙе тупларға батырҙарҙың туғандары ярҙам итә. Улар хәтирәләр, ғаилә архивының документ һәм фотоһүрәттәре менән бүлешә.

Барлығы ике мең 700-ҙән ашыу яугир тураһында белешмә йыйыла, шул уҡ ваҡытта меңгә яҡын фамилия китапҡа инмәгән. Уларҙың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеү тураһында раҫлаусы документ табылмай. Интернетта баҫманың электрон версияһы ла бар, уны табып, мәғлүмәтте тулыландырыу мөмкинлеге бар.

Әлфинә Килдейәрова