«Тамыр селтәре» республикаға йәш кадрҙар әҙерләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

2019 йылда башланған проектҡа ярашлы, республиканың милли гимназия һәм мәктәптәрендә телестудиялар булдырған, интенсив тренингтар үткәргән. Бөгөн «Тамыр селтәренең» 8 cтудияһы уңышлы эшләй. Икенсе фестиваль сиктәрендә йәш журналистарҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфө икенсе тапҡыр йәш журналистарҙы үҙенә йыйҙы. Уҡыу йылы тамамланыр алдынан журналистика донъяһында үҙҙәрен күрһәтеүселәр башҡарған эштәренә йомғаҡ яһаны. Сарала республиканың 7 ҡалаһынан һәм ике районынан 80-дән ашыу малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.

Фестиваль оҫталыҡ дәрестәренән башланды. «Тамыр» телеканалының баш режиссеры Әҙилә Һунарғолова «Мин һөйләйем!» тип исемләнгән фәһемле дәрес үткәрҙе. Дамир Сәлимов иһә үҫмерҙәргә видеофильмдар ҡорау серҙәрен өйрәтте, популяр алып барыусы Ләйсән Мәжитова телевизион донъяла үҙеңде табыу алымдары хаҡында бәйән итте. Бүләкләү тантанаһы голивудтағыса үтте. Ҡыҙыл келәм, эстрада йондоҙҙары сығышы, «Тамыр» вокал ансамбле йырсылары, абруйлы ҡунаҡтар...

«Тамыр селтәре» проекты 2019 йылдан дәүләт телдәрен үҫтереү» программаһы сиктәрендә эш башлаған. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хеҙмәткәрҙәре буласаҡ коллегаларын интенсивтар, оҫталыҡ дәрестәре аша һөнәр нескәлектәренә өйрәтте. Бынан тыш, видеояҙма, социаль ролик, ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү серҙәрен дә асты.

Пандемияға бәйле сикләүҙәр арҡаһында оҫталыҡ дәрестәре онлайн форматта үткәрелде. Малай -ҡыҙҙар Мәскәәүҙә июндә үтәсәк «Включайся!» Рәсәй балалар телевизион фестиваленә лә тапшырыуҙар әҙерләп ебәрә алды. Сараның телевизион вариантын июнь БСТ каналында ҡарарға мөмкин.

Гүзәл Борханова