Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәре барышында автобетоновоздар заводында булды. Киләсәктә уның базаһында индустриаль парк төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Был предприятиелар һанын, табыш күләмен арттырырға ярҙам итәсәк. Республика етәксеһенең Туймазыға эш сәфәре тураһында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова әҙерләгән репортаж.
Был бетон ташыу машиналарын һәм тағылмаларҙы төҙөлөш майҙандарында ла, юлдарҙа ла йыш осратырға мөмкин. Улар Туймазы заводында йыйыла. Цехтарҙан көн һайын ете бетон ташыу ҡоролмаһы оҙатыла, уларҙың барабандары төрлөсә, 5-тән 12 кубометрға тиклем. 40 йыл элек асылған тарихи предприятиела әле меңгә яҡын кеше эшләй , әммә кадрҙарға ла ҡытлыҡ күҙәтелә. Тағы ла 600-ләп эш урыны бар. Хеҙмәт хаҡы 37 мең тирәһе.
Киләсәктә заводтың буш торған 20 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанында индустриаль парк асыу ҙа күҙаллана. Хужалар уның яртыһында тағылмалар эшләү цехы асырға, икенсе өлөшөн бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа бирергә ниәтләй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, янғын һүндереү техникаһы йыйырға мөмкин.
Туймазыла көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү предприятиеһы ла эш башлай. Ул айына 100 мең тонна сүп-сарҙы эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Туймазы был күләмдең яртыһын ғына сығара.Шуға күрә Баҡалы, Шаран, Саҡмағош райондарында ҡалдыҡтарҙы айырыу комлекстары асып, эре сүп-сарҙы бында ташыу ҡарала. Шулай уҡ органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп ауыл хужалығында ҡулланыу маҡсаты ла бар. Төбәк операторы технопарк төҙөргә ниәтләй. Республика башлығы эште юғары баһаланы.
Туймазының «Сава» предприятиеһы ла ҡулланыусыларға яҡшы таныш. Әле бында меңгә яҡын кеше эшләй, дүрт йөҙҙән ашыу төрлө продукция етештерелә. Әммә хужалар әйтеүенсә баҙар шарттарында үҙ урыныңды һаҡлау ҡатмарлы. Иткә, тәмләткестәргә хаҡ арта. Бынан тыш юғары сифатлы сеймалды табыу ҙа еңел түгел. Ҡайһы берҙә бөтөнләй ситтән ташырға тура килә. Радий Хәбиров хужаларҙы инвестиция сәғәтенә саҡырҙы һәм яңы республика программаһы сиктәрендә ярҙам мөмкинлектәре ҡараласаҡ тине.
Башҡортостанда ит ризыҡтары етештергән комбинаттар күп, әммә Туймазы предприятиеһының үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар, цехтарҙа экологик яҡңан таҙа прдукция етештереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Мәҫәлән, ыҫлау өсөн яһалма шыйыҡса ҡулланылмай, ит ризыҡтары имән тапсыҡтарын яндырып ыҫлана.
Төбәктә ит, икмәк, кондитер ризыҡтары, газлы эсемлектәр етештергән тағы ла бер ҡеүәтле предприятие бар. Ул 1992 йылдан эшләп килгән «Туймазы» ауыл хужалығы продукцияһы етештереү ойошмаһы. Бында әле меңгә яҡын кеше эш урыны тәьмин ителгән. Хужалыҡтың үҙенең магазиндар селтәре лә бар, киләсәктә улар һөт ризыҡтары етештерергә лә иҫәпләй.
Туймазыла «Башҡортостан ихаталары программаһы ла йылдам тормошҡа ашырыла. Әле Октябрҙың 70 йыллығы урамындағы йорттар янында төҙөкләндереү бара. Спорт, балалар майҙансыҡтары йыһазландырыла. Радий Хәбиров өҫтәмә рәүештә 15 миллион һум бүлергә ҡушты.
Киләсәктә ҡаланың Октябрь майҙаны ла яңы һулыш аласаҡ. Әле ҡеүәтле техника эшләгән биләмәлә ял итеү өсөн заманса шарттар тыуҙырыу ҡаралған. Туймазының Спартак стадионында ла ремонт эштәре бара. 1980 файҙаланыуға тапшырылған обьект ҡаланың төп спорт учреждениеларының береһе. Бында тиҫтәнән ашыу спорт төрө буйынса түңәрәктәр эшләй. Туймазылар стадиондың төҙөкләндерелеүен түҙемһеҙлек менән көтә.
Рәмзиә Кәримова