Исеме үҙгәрһә лә, тәғәйенләнеше шул килеш

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто ойошторолоуға – 100 йыл. Бер быуатлыҡ тарихы булған балалар учреждениеһының исеме хәҙер замансалаштырып Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тип атала. Республика балалар учреждениеһының Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында үткән байрамда Каринэ Хәбирова ла ҡатнашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортоноң 100 йыллығына арналған байрамда оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Республика башлығы Радий Хәбиров исеменән «Форд» автобусы һәм еңел автомобилгә сертификат тапшырылды. Балаларға йөрәк йылыһы өлөшеүселәрҙе Каринэ Хәбирова ла тәбрикләне.

Дизайнер һәм рәссам-модельер Роза Юлдашева Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортоноң 1950 йылғы сығарылышы. Етем ҡалған ярты йәшлек ҡыҙ имсәк сабыйҙар йортонан балалар йортона күсерелә. Үкһеҙ етем алты туғанын да хөкүмәт үҙ ҡанатына ала. Күптән түгел һикһән йәшен туйлаған ханым балалар йорто тураһында тик йылы хәтирәләр генә һаҡлай .

Балалар йорто асылыуға 100 йыл элек булан ваҡиғалар, граждандар һуғышы, революция, аслыҡ сәбәпсе.1921 йылдың майында, яңы ойошторолған Башҡортостан Хөкүмәте башҡорт балаларын һаҡлап ҡалыу өсөн Өфөлә балалар йортон асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

Был тәҡдимде Шәһит Хоҙайбирҙин үҙе үк тормошҡа ашыра. Башта мәктәпкәсә йәштәге малай-ҡыҙҙар йыйыла. Бер туған балаларҙы апай-ағайҙарынан айырмау мәсьәләһе килеп тыуғас, балалар йорто иркенерәк бинаға күсерелә.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә 40 хеҙмәткәр эшләй. Улар бөтәһе лә бала саҡтан ауыр яҙмыш һынауҙарын татыған балаларҙы үҙ хәстәре аҫтына алған.

Быуат эсендә меңәрләгән бала тормошта үҙ маяғын табып, йәмғиәткә файҙалы шәхестәр булып үҫеп сыҡҡан.Үҙәктә 2015 йылдан алып балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу хеҙмәте лә эшләй. Хеҙмәткәрҙәр баланы ғаиләгә тәрбиәгә әҙерләй.Тәрбиәселәр малай-ҡыҙҙарға йорт йылыһын булдыра, иғтибар һәм мөхәббәтен йәлләмәй. Улар ҡошсоҡтарын оло тормошҡа ҡанаттарын нығытып белемле һәм һөнәрле итеп оҙата.

Гүзәл Борханова