Өфөлә неврологтарҙың VIII Халыҡ-ара форумы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сара Рәсәй белгестәренән тыш, Белоруссия, Канада һәм Германия вәкилдәрен дә бергә йыйҙы. Уның барышында медицина өлкәһендәге һуңғы фәнни яңылыҡтар айырым докладтарҙа яңғыраны.

Нервы системаһын дауалауҙа ҡулланылған препараттарға ҡарата төрлө яҡлы фекерҙәр тыңланды. Коронавирустың да кеше организмына тәьҫире тураһында һорауҙар ҙа күтәрелде. Форум тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән неврология өлкәһе үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай.

Азат Ғәлиуллин