Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алыусылар йомғаҡлау аттестацияһын тапшырҙы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыусылар өсөн ойошторолған тәүге махсус курс тамамланды. Бөгөн «Суд секретары» программаһы буйынса белем алыусылар йомғаҡлау аттестацияһын тапшырҙы.

Уҡыу йорто өлкән синыф уҡыусылары өсөн курстарҙы 8 ай элек ойоштора башлай, тәүге төркөмгә 15 бала туплана. Улар аҙна һайын дәрестәргә йөрөй, суд секретары һөнәренең үҙенсәлектәре менән таныша. Педагогтар әйтеүенсә, был курс уҡыусыларҙы ныҡ ҡыҙыҡһындыра, 8 ай дауамында дәрес ҡалдырыусылар булмай. Бер кем дә уҡыуын ташламай.

Уҡыусылар документтар менән эш итергә өйрәнә, хоҡуҡи белем ала. Өлкән синыфтар алдында киләсәктә һөнәр һайлау бурысы тора, был курс профессиональ йүнәлеш биреү йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә, ти ойоштороусылар.

Уҡыусыларға Прокуратура, суд системаһы вәкилдәре белем бирҙе. Практик лекцияларҙан тыш балаларға һөйләү оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Улар презентациялар, төрлө темаларға сығыштар әҙерләне. Киләсктә был курстар дауам итергә тейеш тип иҫәпләйем. Иҡтисади йүнәлеш буйынса ла асырға уйлайбыҙ. Ул һөнәр һайлағанда булышлыҡ итәсәк.

Эльза Даянова, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы департаменты етәксеһе

Рәмзиә Кәримова