Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Сергей Аксаков, Ғәлимйән Ибраһимов һәм Константин Ивановтың һындары Башҡорт дәүләт университетының урындағы филиалы алдындағы майҙанда асылды Проект ысын ҡалалағы милләт-ара татыулыҡ һәм дуҫлыҡты сағылдыра тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Мәғрифәтселәрҙең һәр ҡайһыһы әҙәбиәт тарихы һәм үҙ дәүеренең йәмәғәт тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған. Константин Иванов «Нарспи» балладаһының авторы , Ғәлимйән Ибраһимов «Яңы кешеләр» драмаһы, Сергей Аксаков «Ал сәскә» һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев «Йәдкәр» әҫәрҙәренең авторҙары булараҡ танылған.
Быйыл Стәрлетамаҡ 255 йыллығын билдәләй. Шәхестәр аллеһы ҡаланың юбилейына бүләк. Проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы. Башланғысты башҡа милләт вәкилдәре лә дәррәү күтәреп ала.
Стәрлетамаҡтың милләт-ара татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө республика муниципаль берәмектәре араһында үткәрелгән конкурста ла баһаланды.
Һәйкәлдәр аллеһы проектын артабан да дауам итеү ҡарала. Ҡалала халҡыбыҙ һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса эш дауам итәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин