Бөгөндән баш ҡаланың тарихи урамдары буйлап ике ҡатлы автобус йөрөй башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө буйлап экскурсияға! Бөгөндән баш ҡаланың тарихи урамдары буйлап ике ҡатлы автобус йөрөй башланы.

“Терра Башҡортостан” логотиплы ике ҡатлы автобус “Ҡарауанһарай” сауҙа үҙәге алдынан ҡуҙғала. Ул көндөҙгө сәғәт 3-тә һәм киске сәғәт 7-лә юлға сыға. Экскурсия маршруты ҡаланың тарихи һәи иҫтәлекле урамдарынан үтә. Сәғәт ярымлыҡ сәфәрҙе тәжрибәле гид оҙатып бара. Экскурсия барышында Мостай Кәрим һәйкәле, Салауат Юлаев майҙаны һәм баҡсаһында туҡталыштар күҙалланған.

Экскурсияны ойоштороусылар әйтеүенсә, был автобустар туристарҙы Рәсәйҙең биш ҡалаһында ғына йөрөтә. Былтырҙан алып Өфөнөң тарихы менән таныштырыу маҡсатында “тәгәрмәсле” экскурсия булдырыла. Автобус 59 урынға иҫәпләнгән, билеттарҙы урында һатып алырға кәрәк.

Әлфинә Килдейәрова