«Хәүефһеҙлек үҙ ҡулымда». Өфөнөң Николай Ковалев исемендәге скверында мәктәп йәшендәге балалар һәм йәштәр өсөн интерактив проект ойошторолдо.
Тәүгә старт алған пилот проект каникул осоронда балаларҙы янғындан һәм һыуға батыуҙан ҡурсалау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмау, ҡотҡарыу алымдарына өйрәтә.
Уның авторы Өфөнөң янғын һүндереү техникаһы музейы етәксеһе полковник Наил Ильясов. Уға меценат Сергей Смольнов ярҙам итә. 30 уҡыусынан торған төркөмдә Өфө районы Чесноковка ауылының»Спутник» белем биреү үҙәгенән башланғыс синыф уҡыусылары шөғөлләнә.
«Хәүефһеҙлек үҙ ҡулымда»пилот проектының маҡсаты хәүефһеҙ йәшәү рәүешен формалаштырыу. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында үҙеңде ҡулға алырға өйрәтеү. Проект сиктәрендә уҡыусылар 5Д форматында виртуаль аттракцион, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдар менән танышты. Ҡотҡарыу хеҙмәтенең ғорурлығы АН-24Б самолеты эсендә үткән фәһемле осрашыу ҡотҡарыусы, янғын һүндереүсе һөнәрҙәренең абруйын үҫтерергә лә булышлыҡ итер тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова