Майҙың һуңғы аҙнаһында Халыҡ-ара игеҙәктәр көнө билдәләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Игеҙ балаларҙы ҡотлау өсөн Өфөнөң Ҡашҡаҙан майҙанында байрам ойошторолдо. Уйындар, конкурстар үткәрелде, малай-ҡыҙҙарға бүләктәр таратылды, тамашасылар өсөн концерт ҡуйылды. Донъяла 77 миллион игеҙәк бар тип иҫәпләнә. Һуңғы илле йылда игеҙәк бәпестәр тыуыу осрағы бер нисә тапҡыр артҡан.

Аня менән Полина икеһе ике төрлө, бер-береһенә әллә ни оҡшамаған. Береһенең йөҙө түңәрәк, буйға ла бәләкәсерәк. Шулай ҙа тыуған саҡта айырыуы ауырине. Ҡыҙҙарымдың холоҡтары ла бер түгел. Береһе йыуаш, икенсеһе үткер .

Елена Глухова, Өфөлә йәшәүсе

Флорида Ким