Хәүефһеҙ йәй. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм «Ғаилә» үҙәктәре ошондай исем аҫтында ғаилә ялы ойошторҙо.
Өфөлә уҙған сараға баш ҡаланың төрлө райондарынан ишле, аҙ тәьмин ителгән һәм әүҙем ғаиләләр саҡырылған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ғаилә ялы даими рәүештә уҙғарыла Был юлы ул хәүефһеҙлек темаһына арналған. Сөнки алда йәйге каникул, ә балалар менән бәйле фажиғәләр күберәк ошо осорҙа теркәлә.
Сараға ҡотҡарыу хеҙмәттәре лә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ла, табиптар ҙа саҡырылған. Улар ҡатнашыусыларға бәлә-ҡазаға тарығанда тәүге ярҙам күрһәтеү алымдарын күрһәтте, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.