Өфөнөң иң йәш театрҙарының береһе 31-се ижад миҙгелен йомғаҡланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ошо уңайҙан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары спектаклдәрҙән өҙөк һәм концерт номерҙары күрһәтте. Быйылғы ижад миҙгелендә күп кенә премьералар үтә. Тамашасыларға иң оҡшағандарының береһе – ул «Үлмәҫбай», «Аҡ мөғжизә» һәм «Ғашиҡтар көнө» спектаклдәре, тип билдәләй театр хеҙмәткәрҙәре.

Миҙгел барышында театр артистары инклюзив спектакль менән сығыш яһап «Иҙел буйы әкиәте» төбәк-ара фестивалдә номинация еңеүсеһе тип табылды. Ә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакле Йошкар-Олала уҙған «Дуҫлыҡ күпере» халыҡ-ара фестивале лауреаты тип танылды.

Еңеүҙәр бының менән генә сикләнмәй. Театр актерҙары ижады республика кимәлендә баһаланып, 6-һы Башҡортостандың халыҡ һәм 10-һы атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Шулай уҡ коллективтың 5 хеҙмәткәренә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ә инде костюмдар буйынса рәссам Юлиә Ғиләжеваға республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелде. Киләһе ижад миҙгелендә репертуарҙы балалар өсөн әкиәттәр һөм комедиялар менән байытыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова