Өфөнәң Мәжит Ғафури исемендәге йорт-музейында композитор, музыкант-педагогтың ижадына арналған кисә үтте.
Күренекле композитор Ҡазандың»Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый , һуңынан Өфөлә «Ғосмания» һәм «Ғәлиә»мәҙрәсәләрендә белем ала. Тамырҙары Татарстандан булған ижадсы, тәүге әҫәрҙәрен Башҡортостанда ижад итә,үҙен музыкаль коллективтар етәксеһе, композитор, дирижер, уҡытыусы һәм фольклорсы булараҡ таныта.
Солтан Ғәбәшиҙе Башҡортостостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури менән дуҫлыҡ һәм ижад ептәре бәйләгән. Өфөлә композитор Башҡорт сәнғәт техникумында уҡытҡан, фәнни-тикшеренеү институты хеҙмәткәре булып эшләгән, 50-ләп башҡорт халыҡ йырҙарын нотаға һалған.
Гүзәл Борханова