Әле улар сәғәтенә 25 километр тиҙлектә йөрөй ала, хәҙер 10 километрҙан артмаҫҡа тейеш, ти ведомство эксперттары. Бындай сикләү самокаттан йығылып имгәнеү, йә машина аҫтында ҡалыу осраҡтарын кәметеү мөмкинлеге бирә. Әле Өфөлә генә электр самокаттарын ҡуртымға биреүсе өс компания эшләп килә, 2 меңгә яҡын самокат тәҡдим ителә.