Башҡортостан автоинспекцияһы йәйге каникул ваҡытында балалар хәүефһеҙлегенә иғтибарҙы арттырырға кәрәк тип иҫкәртә. Велосипед, скутер, самокат менән юлға сығып машина аҫтында ҡалыу осраҡтары булып тора. Республика автоинспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, бала ата-әсәһе әйткәнде яҡшыраҡ ҡабул итә, шуға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыу тап уларҙың бурысы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт