Унда 20 йәштән 28 йәшкә тиклемге егеттәр ҡатнаша ала. Тапшырыу Әбйәлил, Белорет һәм Баймаҡ райондарында төшөрөлә. Яҙмалар сентябрҙә – “БСТ” һәм “Ҡурай” телеканалдарының яңы ижад миҙгелендә эфирға сыға башлай. Тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин. Әлегә тиклем шоуҙа Әбйәлилдән Салауат Хафизов һәм Белореттан Ғәҙел Дәүләтов еңеү яуланы. Уларға башҡорт тоҡомло ат бүләк ителде.