Подписывайтесь на Bash.News
Әсән һәм Семилетка ауылдарында йәшәүселәр балалар туҡланыуы өсөн һөт ризыҡтарын элек тә алған, әммә хәҙерге кеүек еңел түгел. Продукция артынан ата-әсәләргә Дүртөйлөгә тиклем барырға тура килгән. Мәсьәлә «Инцидент-менеджмент» программаһы ярҙамында хәл ителгән. Хәҙер ҡаланан ситтә йәшәүселәрҙең үтенесе буйынса бәләкәстәргә файҙалы һөт продукцияһын һәр ауылға автолавка ташый.
Йәш әсәләр Дүртөйлө районы ауылдарында һөт лавкалары асыуҙы үтенде. Быға тиклем ул Дүртөйлө ҡалаһында ғына эшләп килде. Сауҙа министрлығында был йүнәлеш өсөн яуап биреүсе бүлек хеҙмәткәрҙәре дүртөйлөләргә ярҙам ҡулы һуҙып, Семилетка һәм Әсән ауылдарында ике аҙна эсендә һөт лавкалары асты.
Ләйсән Хәйретдинова, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәттәре менән эшләү төркөмө хеҙмәткәре
Беҙҙең һөт продукцияһын фирма таратыу пункттарынан алыу мөмкинлеге булмаған кешеләргә һөт кухняһы менән автолавкалар йөрөй башланы. Улар аҙнаға ике тапҡыр махсус график буйынса эшләй.
Илгиз Фәйзуллин, Нефтекама ҡалаһының «Һөт кухняһы» бүлек етәксеһе
Наталья Солтанаева үҙе йәшәгән ҡасабала балаларына һөт продукцияһын тәүгә генә алмай. Ҙур ғаиләгә хөкүмәттән был ярайһы ярҙам, ти ул.
Ысынлап та, Дүртөйлө ҡалаһына һөт продукцияһы артынан йөрәгәнсе, үҙебеҙҙә алыу бик уңайлы. Рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Наталья Солтанаева
Һөт продукцияһын таратыусы хеҙмәткәрҙәр асыҡ, ихлас һәм беҙгә яҡшы мөғәләмәлә, бер ваҡытта ла һуңламайҙар. Продукция бик тәмле.
Гүзәл Зарипова
Бер тупланмала – эремсек, кефир, һөт запасы... Төргәктәр һаны балаларҙың йәшенә лә бәйле. Балалар ризығы тулланмаһы аҙнаға етәрлек иҫәпләнгән. «Автолавка» Дүртөйлө районының бөтә нөктәләрендә дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын эшләп, төрлө ауыл кешеләрен хеҙмәтләндерә.
Беҙҙең етештереү цехы Нефтекама ҡалаһының, Ленин урамы,11-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Әсәнгә, Семилеткаға беҙ апрель башынан йөрөй башланыҡ. Әсәнгә килеп, бер , ә Семилеткаға килеп ярты сәғәт торабыҙ.
Наталья Байбулатова, «Һөт кухняһы» автолавкаһы һатыусыһы
Льготаға эйә булған алты айлыҡтан алып өс йәшкә тиклем балаларҙың һөт продукцияһын бушлай алыуға хоҡуғы бар. Әлеге ваҡытта республикала 132 пункт эшләй. Уларҙа һөт продукцияһын һәм ҡоро ҡатнашмалар алырға мөмкин. Йәш бала тәрбиәләгән әсәйҙәргә үҙ балаларына файҙалы продукцияны йәшәгән ерҙәренән йыраҡ китмәй алыу уңайлы булһын өсөн, таратыу урындары базаһын киңәйтеү буйынса ла эш туҡталмай.