Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлда «Урал» М-5 трассаһынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге арауығында ремонт эштәре башлана. Бөгөндән юлсылар асфальт-бетон ҡатламын яңыртыуға тотонған.
Транспортта үтеү өс һыҙаттың береһенән мөмкин буласаҡ. Халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн ремонт эштәре көндөҙгө сәғәт 12-нән иртәнге 7-гә тиклем башҡарыла. Ял көндәрендә юл ремонтлау туҡтатылып тора. Муниципаль контрактҡа ярашлы, ремонт 30 сентябргә тамамланырға тейеш.