Рәсәй фермер мәктәбен тамамлаған иң яҡшы өс фермерға грант

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Үҙемдеке» эшҡыуарлыҡты үҫтереү фонды гранттарын тапшырыу он лайн форматта ойошторолдо. Сарала Рәсәйҙең 15 төбәгенән «Фермерҙар мәктәбе»ндә һөнәри оҫталыҡҡа өйрәнеүселәр ҡатнашты.

«Фермер мәктәбе» Россельхозбанк, Башҡорт дәүләт аграр университеты, ауыл хужалығы министрлығы менән берлектәге проект. Икенсе тапҡыр ойошторолған төркөмдә ҡортсолоҡ һәм һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар йүнәлешендә эшләгән 20 фермер белем алған. Ике ай ярымлыҡ курстар агробизнесмендар өсөн фәһемле булған.

Үҙ эшен башлаусы фермерҙар практик һәм теоретик өлөштәрҙе уңышлы үтеп ауыл хужалығы өлкәһендә дәүләт дипломдары тапшырылды. 20 фермер араһынан иң уңышлы бизнес-план төҙөгән өсәүһенә 345 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

«Фемер мәктәбе» етди программаға нигеҙләнгән. Был программа ауыл хужалығында эшләгән эшҡыуарҙарҙың финанс белемдәрен арттырырға һәм табышлы эшләргә мөмкинлектәр асасаҡ « тип белдерҙе «Россельхозбанк»тың төбәк филиалы етәксеһе Алексей Самсонов.

Бәләкәй фермер хужалыҡтары илдә ауыл хужалығы тауарҙарының яртыһынан күберәген етештерә. Йыл аҙағына тиклем Башҡорт дәүләт аграр университетында айырым ихтыяж талап ителгән һөнәрҙәр буйынса тағы ла ике төркөм белемен камиллаштырыр тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова