Башҡортостанда дүрт меңдән ашыу сығарылыш синыфы уҡыусыһы һайлап алынған предметтар – география, химия һәм рус әҙәбиәтенән тәүге һынау тотто. Төбәктә барлығы 80 имтихан тапшырыу пункты эшләне. Уларҙың береһе Өфөнөң 44-cе күп профилле полилингваль мәктәбендә асылды.
Аттестат алып, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләүселәр менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
Ун беренселәр ике тигеҙ рәткә теҙелеп, имтихан тапшырыу пунктына инергә сират көтә. Социаль дистанция билдәләрен үтеү – һынау осорон яҡынайта ғына. Һәр аҙым тулҡынландырғыс. Өфөнөң 115-cе мәктәбенән Наҙгөл Ҡансурина ла иртә менән ҡурҡыу тойғоһон баҫырға тырыша, иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу.
Баш ҡаланың 44-cе полилингваль мәктәбендә асылған имтихан тапшырыу пунктына еңел генә үтеп булмай. Ете ҡат тикшерәләр. Уҡыусылар ғәҙәттәгесә, үҙҙәре менән паспорт, ҡара гель ручка, дарыу, һыу, шоколад ҡына алып индерә. Фәненә ҡарап, калькулятор, транспортир һәм линейка менән дә ҡулланырға була. Белем усағында уҡыусыларҙың сәләмәтлегенә лә айырыуса иғтибар бүленә.
Имтихан башланыр алдынан һәр ваҡыттағыса инструктаж уҡыла. Ойоштороусылар барлыҡ эштәрҙең дә мәктәп программаһы нигеҙендә төҙөлөүен, аудиторияла видеокамералар ҡуйылыуын, йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләүен иҫкәртә. Имтихан ваҡыт яғынан да сикле.
Өфөләге полилингваль мәктәптә 184 бала өс фән буйынса имтихан тапшырҙы, Рәсәй буйынса был һан мең тапҡырға күберәк. Уҡыусылар башлыса химия һәм рус әҙәбиәтенә өҫтөнлөк биргән. Географияны егерме мең кеше генә һайлаған.
Бөгөнгө һынау һөҙөмтәләре 17 июндән дә һуң ҡалмай билдәле була. Быйыл юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр мотлаҡ рәүештә рус телен генә тапшыра. Был фән буйынса имтихан 3 һәм 4 июндә үтә. База кимәлдәге математика булмаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина