Йәйге ялға кәртә юҡ. «Торатау» конргесс-холлында балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа эшҡыуарлыҡ ойошмаларын йәлеп итеү мәсьәләһенә арналған эксперт советы ултырышы үтте.
Фекер алышыуҙа Башҡортостандың мәғариф, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары, Эшҡыуарлыҡ, туризм буйынса дәүләт комитеттары һәм федераль һалым хеҙмәте белгестәре ҡатнашты. Лагерҙарҙа янғын хәүефһеҙлеге, санитар-эпидемиология талаптары үтәлеше тураһында етди һөйләшеү булды.
Башҡортостандың эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкиле билдәүенсә, әле бизнесты балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға законлы бер генә кәртә лә юҡ. Әммә урындарҙа йыш ҡына муниципаль ойошмаларға өҫтөнлөк бирелә.
Ил Президенты тарафынан ял өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшөн ата-әсәләргә ҡайтарыу хоҡуғын таныу, балалар ялын тәьмин итеү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн дә үтә лә уңайлы шарттар тыуҙыра.