Урындағы фитнес үҙәктәрҙең береһендә урынлашҡан бассейндың старт һыҙығына 4 йәшлек балаларҙан алып 15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр сыҡты. Ярышта ҡатнашыусыларҙың күбеһе никотиндың зыянын яҡшы аңлай. Йәш быуын спорт менән шөғөлләнеү күпкә файҙалыраҡ тигән фекерҙә.
Рамаҙан Низаев күптән түгел 7 йәшен билдәләгән. Йөҙөү менән етди шөғөлләнә. Ҡаҙаныштары ла байтаҡ. Спорт яман ғәҙәттәрҙән ҡурсалай тигән фекерҙә малай. Рамаҙанды ярыштарға әсәһе йөрөтә. Улында ул сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләргә ынтыла.