Иглин – Кальтовка юлында төҙөкләндереү башлана

Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Трассаның 8 километрға яҡын өлөшө “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса яңыртыла. Объект 20 октябргә тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Быйыл “Башкиравтодор” ойошмаһы хөкүмәт программаһы буйынса 21 юл участкаһында ремонт үткәрә.