Уға 62 йәш ине. Хәниф Хәмит улы бик күп ҡыҙ һәм егеттәрҙе спортҡа йәлеп иткән, йөҙөргә өйрәткән. Спорттағы ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, юғары категориялы тренер дәрәжәһенә күтәрелә, илдәге иң яҡшы ун белгес исемелегенә индерелә. Уның тәрбиәләнеүселәре Рәсәй йыйылма командаһы составында ярыша. Хәниф Шафиҡов менән хушлашыу сараһы иртәгә Салауат ҡалаһында була.