Башҡортостанда 218 сара туристик календарға индерелгән

Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә йәйге туризм миҙгеленә әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. “Башҡортостанда ял” тигән сайт булдырылған. Унда ҡунаҡхана, ресторан, экскурсиялар, иҫтәлекле урындар, туристик маршруттарға бәйле мәғлүмәт тупланған. Быйыл да “туристик кешбэк” тигән программа тормошҡа ашырыла. Өлкәндәр һәм балаларҙың ялы өсөн киткән сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтарып була. Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туризм буйынса дәүләт комитетына республика халҡы һәм ҡунаҡтарға тармаҡтағы хәлдәр буйынса даими мәғлүмәт биреп барырға ҡушты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров оло йәштәгеләр өсөн республика буйлап сәйәхәт ойоштороуҙы ла онотмаҫҡа саҡырҙы, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәренә һыуҙа хәүефһеҙлеккә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеген белдерҙе.