Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай төп документҡа төҙәтмәләр әҙерләй. Ошоға бәйле закон проектын парламентҡа Республика Башлығы индергән. Үҙгәреш Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә бәйле ҡабул ителә. Уға ярашлы, Башҡортостан Конституцияһына 144 төҙәтмә һәм республика закондарына 32 үҙгәреш тәҡдим ителгән. Документ буйынса Башҡортостан Конституция суды бөтөрөлә. Уның урынына Республика Конституция советы барлыҡҡа килә.