Мәктәп уҡыусыларына 10 мең һум түләүгә бәйле ғаризалар июль уртаһында ҡабул ителә башлай

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә мәктәп уҡыусыһы булған ғаиләләргә аҡсалата ярҙам итергә ҡушты. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, 10 мең һум түләү августа башлана. Ата-әсәләрҙән ғариза 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә.