Унда туған телен белгән һәр бала ҡатнаша ала. 5 июнгә тиклем башҡортса шиғыр ятлап йә сәсмә әҫәрҙән өҙөк һөйләп #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы,#ТелемдеЯратам,Башҡортса Һөйләшәм# хештегы менән социаль селтәрҙәгә урынлаштырырға кәрәк. Бөгөн иһә Яҡутов исемендәге паркта балалар байрамы ойошторола, ул әлеге минуттарҙа башланып тора. Флешмобта ҡатнашырға теләгәндәр шунда уҡ видео төшөрә һәм милли кейемдәрҙә фотоға төшә ала.