12 июндә бөтә илдә Рәсәй көнө билдәләнә

Июнь айында өҫтәмә ял була.  Башҡортостанда иһә тағы ике байрам - Өфө көнө һәм милли герой Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл тулыу билдәләнә. Байрам шәмбегә тура килә, ошоға бәйле ял көнө алдағы дүшәмбегә  күсерелә, тип хәбәр итәләр Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан.