Дәүләкәндән 18 йәшлек егет еңел машинала юл ситенә сығып оса, автомобиль түңкәрелә. Водитель ваҡиға урынында вафат була. Салондағы ике пассажир йәрәхәнләнгән, улар дауаханала. Автоинспекторҙар йәш кешенең яңыраҡ ҡына танытма алыуы һәм тәжрибәһеҙ булыуы хаҡында белдерә.