Башҡортостанда иң тәмле һәм сифатлы мәктәп ризығы Нефтекама ҡалаһында әҙерләнә

Республика Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡала һәм райондар рейтингы менән таныштырҙы. Нефтекама ҡалаһындағы ете белем усағы 100 балдың 85-ен туплаған. Стәрлетамаҡтан – 2, Октябрьский ҡалаһынан – 1 мәктәп ошондай уҡ баһа алған. Күмертау ҡалаһы, Асҡын, Бөрйән, Благовар һәм Күгәрсен районы белем биреү йорттарына иң түбән балл ҡуйылған.