Юғары суд “Алтын Капитал” финанс пирамидаһын ойоштороусыға суд ҡарарын көсөндә ҡалдырҙы

2013 йылда Стәрлетамаҡта йәшәгән эшҡыуар Кирилл Белоносов 450-гә яҡын кешене алдай. Ул мутлашыу юлы менән 88 миллион һум аҡса үҙләштерә. Суд ирҙе 5 йылға хөкөм итте. Адвокаттар был ҡарарҙы яңынан ҡаратыуға иреште. Әммә Юғары суд апелляцияны кире ҡаҡты.