Радий Хәбиров 30 майҙа аварияла зыян күреүселәр менән осрашты, уларға ярҙам итәсәге хаҡында белдерҙе. Ауылда яңы клуб төҙөү планлаштырыла, парк булдырыла. Шулай уҡ юлдар тәртипкә килтерелә. “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаныҡ һәм ташламаясаҡбыҙ”, - тине республика етәксеһе.