Күгәрсен умартасылары күпләп бал ҡорто һәләк булыуы хаҡында белдерә

Мәҡсүт ауылынан Хәбибуллиндар ғаиләһе 135 күс юғалтҡан. “Беҙҙә яландар ебәк күбәлегенә ҡаршы эшкәртелә. Бал ҡорттары шунан ағыуланған булыуы ихтимал”, - тигән фекерҙә Хәбибуллиндар.  Ҡоротҡостар таралыу сәбәпле республиканың 5 районында ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. Баҫыуҙарҙы ағыулау тураһында умартасыларға алдан хәбәр ителә. Ейәнсура районында ла бал ҡорттарының үлеү осрағы теркәлгән.