Бөгөн Өфөнөң Иван Яҡутов исемендәге паркында "Һаумы, һаумы әкиәт" конкурсының йомғаҡлау өлөшө үтте

Ижади ярыштың финал өлөшөнә 350-гә яҡын бала үткән. Азиза Дәүешева Әбйәлил районы Амангилде ауылынан.  Уға 6 йәш, балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Ҡыҙ ярышта Гран-при яуланы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Азизаның тәрбиәсеһе Гөлнара Әхмәтйәнова белдереүенсә, балалар туған телдә ойошторолған конкурстарҙа ихлас ҡатнаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Алһыу Камалова Учалы ҡалаһынан. Ул ижади конкурстарҙа даими ҡатнашып тора. “Әкиәт һөйләү телмәрҙе үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта”, - ти Алһыу. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн туған телдәрҙе өйрәнеү бер балаға ла ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Улар билингваль һәм киң ҡарашлы булып үҫә. Республикала туған телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар. Төп яуаплылыҡ ата-әсәләр иңендә. Улар балалар баҡсаһында һәм мәктәптә туған тел булараҡ әсә телен өйрәтеүҙе һорап, ғариза яҙырға тейеш. “Ғаилә - туған тел һаҡсыһы”, тигән фекерҙә Силәбе өлкәһе Арғаяш районында йәшәгән Арыҫлан Бикбулатов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ултраҡовтар Хәйбулла районындағы билдәле ғаиләләрҙең береһе. Улар республикала үткәрелгән ярыш һәм конкурстарҙа алдынғы урындар яулай. “Беҙҙең ғаиләлә быуындар күсәгилешлеге һаҡлана”, - ти Әлфиҙә, Ғәлимйән Ултраҡовтар һәм уларҙың ҡыҙы Наҙгөл.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Бала мотлаҡ ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Унда ул бәхетле кеше булып үҫә”, - ти танылған педагог Тәнзилә Бикбаева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн баш ҡалабыҙҙа ҡаршылау балалар өсөн иҫтәлекле ваҡиға”, - тигән фекерҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Ул балаларға туған телде өйрәтеү мөһимлеген билдәләне.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һәр башҡорт балаһы өйҙә туған телендә аралашырға, мәктәптә туған телен өйрәнергә тейеш. Бының өсөн өлкәндәр яуаплы.

#БалаларКөнө

#ДеньЗащитыДетей

 #ТелемдеЯратам

#БашҡортсаҺөйләшәм