Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Праймеризда 151 кандидат ҡатнашты. 535 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фиҡәһе төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары Константин Толкачев праймериз һөҙөмтәләре менән таныштыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөбәк исемлеге буйынса иң күп тауыш йыйыусылар – Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин, Дәүләт Думаһы депутаттары Римма Батталова һәм Илдар Бикбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Римма Үтәшева һәм Рөстәм Әхмәҙиннуров, йәмәғәтсе һәм журналист Шамил Вәлиев.