Башҡортостан Премьер-министры һәм уның урынбаҫарҙарының йыллыҡ килеме иғлан ителде

Республика Хөкүмәте сайтында тейешле документ урынлаштырылған. Андрей Назаров былтыр 4 миллион 700 мең һум, Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов 4 миллион 400 мең һум, шулай уҡ беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов 4 миллион һум килем алған. Премьер-министр урынбаҫарҙарынан иң байы Ирек Сәғитов булған. Ул былтыр 8 миллион 300 мең һумға эйә булған. Артабан вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килә. Ул 5 миллион 800 мең һум барлығын күрһәткән. Рәиф Әбдрәхимов – 5 миллион 600 мең һум, Азат Бадранов – 4 миллион 100 мең, Һаулыҡ һаҡлау министры – вице-премьер Максим Забелин – 3 миллион 700 мең һум килем алған.