Күңелһеҙ байрам. Мәсетле районында Яңы Мөслим ауылы халҡы ойошторған «Кәкүк сәйе» йолаһы фажиғәле тамамланды. Бер төркөм һәүәҫкәр артистар арбаға ултырып яланға китеп барған мәлдә уларҙың өҫтөнә юғары тиҙлектә елдергән еңел автомобиль килеп менә. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар юҡ, әммә зыян күреүселәр бар. Атты ла ҡотҡарырлыҡ булмай. Өҙөлгән байрам тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Гөлсөм Кәрим ҡыҙы бөгөн дауахананың анестезия һәм реанимацияһынан реабилитация бүлегенә күсереләсәк. Ниндәй ҡаза аша үтеүенә ҡарамаҫтан, ветеран уҡытыусы үҙен сабыр тота. Ул 38 йылдан ашыу ғүмерен мағариф өлкәһенә арнаған. Нисәмә быуын балаларына белем биргән, тормош һабаҡтарына өйрәткән мөғәллимәгә бөгөн үҙенә лә ҡабаттан йәшәргә тура киләсәк.
Яңы Мөслим – Ямаш – Ҡарлыхан автомобиль юлында бәхетһеҙ осраҡ уҙған шәмбе теркәлде. Яңы Мөслим ауылы халҡы кәкүк сәйен байрам итеү өсөн яланға сыға. Әммә, тәғәйен урынға бер-нисә метр самаһы барып етә алмай.
Ваҡиға урынында бәхетһеҙ осраҡ эҙемтәләрен хәтерләткән әйберҙәрҙән тыш, 50 метрғаса һуҙылған машина тәгәрмәстәренең эҙен күрергә мөмкин. Әгәр был участокта рөхсәт ителгән тиҙлек сәғәтенә 90 километр тип билдәләнһә, аварияға тарыған автомобилдең ниндәй тиҙлек менән барыуы асыҡ ҡала.
Һөҙөмтәлә, ат арбаһында ултырған 8 кешенең бишәүһе йәрәхәтләнә. Ике кеше Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына эләгә.
Гөлсөм Кәрим ҡыҙы бер аяҡһыҙ тороп ҡала. Һөйәктәрҙең ваҡланып бөтөүенә бәйле, республика табиптары консилиумында ҡырҡыу ҡарары сығарыла.
Фажиғәгә тиклем 20 минут алда төшкән фото. Традицион йоланы Яңы Мөслимдә йәшәүселәр ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡтағы баҫыуҙа билдәләргә йыйына. Башҡа йыйылыр урын булмағас. Мәҙәниәт йорто авария хәлендә тип танылып ябыла, ә төҙөкләндереүгә аҡса юҡ, ти ауылдаштар. Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт итеүҙәр ҙә һөҙөмтә бирмәгән.
Байрамды ҡазаға әйләндергән «Тойота Авенсис» хужаһы 53 йәштәге ир Балаҡатай районынан булыуы асыҡланды.
Ә был тап юл-транспорт фажиғәһенә тарыған еңел автомобиль. Йәмшәйгән машина капотына ҡарап та аварияның ни тиклем көслө булыуын төҫмөрләргә мөмкин. Бөгөн автомобиль, ат арбаһы менән бергә тикшереү эштәре тамамланғансы штраф туҡталҡаһында ҡала бирә.
Ҡанға буялған ат арбаһы өҫтөндә Гөлсөм Кәрим ҡыҙының аяҡ кейеме. Ваҡиға шаңдауы булып ята. Өҙөлгән моң, кәкүк сәйенә ҡан тамған көндө ауылдаштар оҙаҡ йылдар хәтерҙән сығармаҫ. Авария һуңынан водитель ярҙам түгел, ғәфү үтенеүҙе лә һораманы, ти ауылдаштар. Осраҡҡа бәйле яуап һүҙен хоҡуҡ һағындағылар сығарасаҡ.
Азат Ғәлиуллин