Бер йыл дауамында электр селтәрендә төрлө өҙөклөк булһа, хәҙер 200-ҙән ашыу ғаилә ер бүлеме ҡараңғыла йәшәргә мәжбүр. Урындағы баҡсасылар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Походтағы кеүек тормош. Генератор ярҙамында йортҡа ут инә. Көнөнә 8 литрҙан ашыу бензин китһә лә, башҡаса сара юҡ, ти өй хужаһы. Электр уты һүндерелеү сәбәпле техника ла эшләмәй тора, ҡайнар һыу ҙа юҡ. Ашарға инде бөтөнләй тышта, тимер мейестә бешерегә тура килә.
Яҙ – баҡсасылар өсөн иң ҡыҙыу мәл. Ләкин түтәл сәсеү, баҡсаны тәртипкә килтереү мәшәҡәттәре менән халыҡ электр утһыҙ ултырыуҙан ыҙалай. Нурфаяз Ғәйнетдинов өс бала опекуны. Кескәйҙәрҙе уттан мәхрүм итмәү өсөн элекке электрик 80 мең һумға ҡояш панелдәрен һатып ала.
Берәү түләмәһә – барыһы ла зыян күрә. Электр энергияһы һүндерелеүҙең төп сәбәбе – шәхсән килешеүҙәрҙең булмауында, ти баҡсасылар. Улар бер нисә тапҡыр яуаплы компанияға мөрәжәғәт итеп ҡарай. Әлеге көндә Аҡбирҙе баҡсасылар ширҡәтендә 906 ер бүлеме иҫәпләнә. Ҡышҡы осорҙа 200-ҙән ашыу ғаилә йәшәгән.
Электр селтәрҙәрен ток менән тәьмин итеүсе компаниянан проблемаға асыҡлыҡ индереүҙәрен һораныҡ. Утһыҙ төтөн булмай тигәндәй, баҡсасыларҙың 3 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған.
Берәүҙәр ваҡытында түләп барһалар ҙа, намыҫһыҙ түләүселәр арҡаһында ыҙаларға мәжбүрҙәр. Һәр хужа менән айырым килешеү төҙөү өсөн дә бурысты тулыһынса ҡаплау талап ителә. Юғиһә, походтағы кеүек тормош билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем һуҙылыуы ихтимал.
Әлфинә Килдейәрова