Саҡмағош районында Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул билдәле шәхес уҡыған белем усағында, Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Латипов исемен йөрөткән мәктәпкә ҡуйылды. Мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Өлфәт Мостафиндың әсәһе Миләүшә Мөхәмәтшәрип ҡыҙы, туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары ҡатнашты. Уларҙың күңелдәрендә һаҡланған яҡты иҫтәлектәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.

Мемориаль таҡтаташтан таныш йөҙ ҡарай, Өлфәт Мостафин республика халҡына тәжрибәле, ғәҙел етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ билдәле. Тап тырышлығы, эшһөйәрлеге хеҙмәт юлын ябай слесарь булып эшләгән егетте юғары вазифаларға күтәрә. Әммә Өлфәт Мансур улы ҡайҙа ғына эшләһә лә ихласлығын, алсаҡлығын юғалтмай. Тап бала саҡтағы һымаҡ.

Өлфәт Мостафин 1959 йылда Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуа, мәктәпте тамамлағандан һуң хәрби бурысын үтәй, юғары белем ала. Республикала газ селтәрҙәрен һуҙыуҙа әүҙем ҡатнаша, ҡеүәтле предприятиеларҙа етәксе вазифаларын биләй. Ә ғүмеренең һуңғы йылында Өлфәт Мансур улына Өфө менән идара итеү бурысы ышанып тапшырыла. Ҡыҫҡа ғына осорҙа ла ул һөҙөмтәле эш күрһәтте, тине Радий Хәбиров.

Ваҡыт үтһә лә күңел яралары уңалмай. Бигерәк тә әсә йөрәге ауыр юғалтыуға һаман ышанып етмәй. Улым ҡыҫҡа ғүмерле булды, әммә лайыҡлы йәшәне, тине Өлфәт Мостафиндың әсәһе Миләүшә Мәхәмәтшәрип ҡыҙы.

Өлфәт Мостафин яҡташтары менән бәйләнеште бер ваҡытта ла өҙмәй, бигерәк тә тыуған мәктәбен ярҙамынан ташламай. Осрашыуҙар ҙа ойоштора, матди проблемаларҙы ла хәл итә.

Педагогтар әйтеүенсә, Өлфәт Мостафин уҡыусыларҙың мәктәп партаһында уҡ һөнәр алып сығыуын, уларҙың тормош юлында юғалып ҡалмауын теләй. Теләктәре тормошҡа аша.

Өлфәт Мостафиндың ғүмере коронавирус эҙемтәләренән өҙөлә. Өфәт Мансур улы тәжрибәле етәксе генә түгел, ышаныслы дуҫ та булды. Беҙ уны иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, мәңгеләштерәбеҙ, тине Республика башлығы.

Саҡмағоштар данлыҡлы яҡташтарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Белем усағы музейында ла Өлфәт Мостафинға арналған экспозицияларҙы күрергә мөмкин. Уҡытыусылар әйтеүенсә, Өлфәт Мансур улының тормош һәм хеҙмәт юлы йәш быуынға күркәм өлгө.

Рәмзиә Кәримова