Республика башлығы Саҡмағош районында «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән ихатаны ла ҡараны. Хәбәр итеүебеҙсә, саҡмағоштар был биләмәне ремонтлауҙы һорап, республика башлығына 2019 йылдағы эш сәфәре барышында мөрәжәғәт иткәйне. Ихата хәҙер яңы һулыш алған, сиратта – башҡа майҙансыҡтар.
Рәйсә Хәсәнованың республика башлығын ҡолас йәйеп ҡаршы алыуы юҡҡа ҡына түгел. Тап ул 2019 йылдың авгусындағы эш сәфәре барышында Радий Хәбировҡа ихатаны төҙөкләндереүҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне. Ул ваҡытта Рәйсә ханым әйтеүенсә, яҙлы-көҙлө урамдарҙан үтеп булмай, йорт алды батҡаҡҡа әйләнә. Балалар, йә спорт майҙансыҡтары хаҡында хыялланырлыҡ та түгел, подъезд эсе иһә бөтөнләй ремонт күргәне юҡ.
Ә хәҙер ихатаны һәм йорттарҙы танырлыҡ та түгел. Бында республика программалары сиктәрендә ремонт эштәре уҙғарылған.
Республика программалары сиктәрендә ихатала юлдарға асфальт ҡатламы һалынған, машина ҡуйыу урындары эшләнгән, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған, уйын һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйылған. Хужалар әйтеүенсә, тыштан инге лә килмәй. хәҙер ошондай уҡ ремонт эштәре хаҡында күрше йорттар ҙа хыяллана. Хәлиҙә Вәлиева әйтеүенсә, улар йәшәгән беренсе микрорайондың Тыныслыҡ урамындағы йорттар 60-сы йылдарҙа уҡ төҙөлгән.
Яҡын киләсәктә был зонаны ла ремонт эштәре көтә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, «Башҡортостан ихаталары» программаһы бар биләмәләргә лә үтеп инәсәк. Сөнки һәр кем уңайлы, күркәм мөхиттә йәшәргә хоҡуҡлы.
Саҡмағоштағы яңылыҡтар ихата-подъездарҙы төҙөкләндереү менән генә тамамланмай. Киләсәктә урында бассейн төҙөү ҙә ҡарала. Халыҡ был объектты түҙемһеҙлек менән көтә.
Халыҡ менән аралашыу урындағы проблемаларҙы асыҡлау мөмкинлеге бирә. Тап ошондай осрашыуҙар барышында кешеләрҙе борсоған көнүҙәк һорауҙар асыҡлана. Иң мөһиме, артабан улар хәл ителә. Саҡмағош районында башҡарылған эштәр шуға асыҡ миҫал.
Рәмзиә Кәримова