Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында балалар автоҡаласығы асылды. Социаль әһәмиәтле проект балаларҙы юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәтеү һәм нығытыуға йүнәлтелгән. Саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Рәфит Зарипов балалар автоҡаласығы асыласағы хаҡында социаль селтәрҙәр аша уҡып белгән. Балалар байрамына ейәнсәре Эмилияны ла алып килгән. Транспорт менән сыбарланған тормошобоҙҙа балалар юл ҡағиҙәләрен бала саҡтан белеп үҫергә тейеш тигән фекерҙә олатаһы.
Балалар автоҡаласағының үҙенсәлеге – автомобилдәр хәрәкәте өсөн юлдарҙың уңайлылығы. Өҫтән ҡарағанда башҡорт телендә Өфө тигән яҙыуҙы уҡырға мөмкин. Был иң ҙур ландшафт яҙмаһы Рәсәй рекорды реестрына индерелгән. Бындай уңайлы һәм заманса автоҡаласыҡ малай-ҡыҙҙарға юл ҡағиҙәләрен еңел үҙләштерергә, юлда йөрөү мәҙәниәтен үҫтерергә лә булышлыҡ итәсәк.
Балаларҙы яҡлау көнөндә сығыш яһаған өлкәндәр йәш водителдәргә аҡ юлдар теләне. Был майҙанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары һәм ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.
«Лукойл» ойошмаһы һәр районда тип әйтерлек социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра. Бәләкәй автозаправкаһы булған автоҡаласыҡ балаларға интенсив хәрәкәт булған юлдарҙа юғалып ҡалмаҫҡа, юл йөрөү мәҙәниәтен үҫтерергә булышлыҡ итәсәк тип күҙаллана.
Балалар автоҡаласығында юл ҡағиҙәләрен ысын тормошта булған һәм осраған юл хәрәкәттәре ярҙамында өйрәнергә мөмкин. Балаларға төрлө маркалы 10 автомобиль бүленгән, улар араһында янғын һүндереү, юл-патруль хеҙмәте машиналары ла бар. Практик күнекмәләр малай-ҡыҙҙарға юл ҡағиҙәләрен үтәргә, өйрәнергә һәм уяу булырға мөмкинлек бирәсәк.
Гүзәл Борханова