Был турала хөкүмәттә үткән ултырышта белдерелде. Вице-премьер Ирек Сәғитов әйтеүенсә, быйыл республика йылға-күлдәрендә 10 кеше, шул иҫәптән 1 бала батып үлгән. Һыу инеү миҙгеле асылды, ҡомлоҡтар һаман әҙер түгел, был аҙнала эште теүәлләргә кәрәк, тине ул. Башҡортостанда бөтә пляждар ҙа 5 июндән ҡалмай асылырға тейеш.