Башҡортостан юл камераларын ҡуртымға алыуға 2 миллиард һум тотона

Транспорт дирекцияһы аукцион иғлан иткән. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Был суммаға 500 фото- һәм видеотеркәү приборы алына. Камералар 60 ай буйы ҡуртымда була, һуңынан Республика милкенә күсерелә.